Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь 2022, 12:11

Тағы ла һигеҙ ойошма өҫтәлде

Республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында трансфузиология эшмәкәрлеге буйынса 107 ойошма теркәлгән.

Тағы ла һигеҙ ойошма өҫтәлде
Тағы ла һигеҙ ойошма өҫтәлде

Быйыл  ғинуарҙан август айына тиклем трансфузиология буйынса эшмәкәрлеккә лицензия алған медицина ойошмалары 7,4 процентҡа артҡан. Теркәлгән медицина ойошмаларына тағы һигеҙ учреждение өҫтәлде.

Хәҙерге ваҡытта республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында трансфузиология  эшмәкәрлеге буйынса 107 ойошма теркәлгән. Уларҙың 82-һе – дәүләт, 21-е – шәхси милек формаһына, дүртәүһе федераль ойошмаға ҡарай.

– Трансфузиология – организмдарҙың биологик һәм уларҙы алмаштырыусы шыйыҡлыҡтарҙың ҡушылыу мәсьәләләрен өйрәнеүсе медицина бүлеге. Нигеҙҙә, һүҙ ҡан һәм уның компоненттарын, ҡан төркөмөн, антигендарҙы, лимфаларҙы, ярашлылыҡ йәки ярашмаусанлыҡ проблемаларын өйрәнеү тураһында бара, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Ул трансфузияның  стационарҙа  тәүге махсус медик-санитар ярҙам, юғары технологиялы медицина ярҙамы, паллиатив ярҙам күрһәткәндә ҡулланылыуын һәм был эшмәкәрлектең лицензияланырға тейешлеген билдәләне.

Республикала был эшмәкәрлек төрөнә лицензиялар алыу арта, сөнки эшҡыуарҙар өсөн эш шарттары яҡшыра. Хәҙер лицензиялар биреү осоро 45 көндән 15 көнгә тиклем ҡыҫҡартылды. Ә реестрға үҙгәрештәр индереү ун эш көнө эсендә башҡарыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: