Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Сентябрь 2022, 09:25

Кескәй пациенттар тиҙерәк аяҡҡа баҫыр

Велотренажерҙар ярҙамында аяҡ-ҡулдар сирҙәренә һәм йәрәхәттәренә дусар булған  ауырыуҙарҙы уңышлы реабилитациялау мөмкин була.

Кескәй пациенттар тиҙерәк аяҡҡа баҫыр
Кескәй пациенттар тиҙерәк аяҡҡа баҫыр

Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһының медицина реабилитацияһы бүлексәһе ете дана яңы ҡорамал алды. “Имитрон” ҡорамалы вертикаль рәүештәге реабилитация күнегеүҙәрен башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән.

– Велотренажерҙар ярҙамында аяҡ-ҡулдар сирҙәренә һәм йәрәхәттәренә дусар булған  ауырыуҙарҙы уңышлы тергеҙеү һәм реабилитациялау мөмкин була. Программа контролендә аяҡ-ҡулдарға даими көсөргәнеш арттырыла бара, ә был функцияларҙы тиҙерәк реабилитацияларға һәм тергеҙергә булыша, тимәк, ғәҙәттәге тормошҡа йәһәтерәк әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге бар, – тине баш табип Нурсилә Әбсәләмова.

“Магнон-29Д” аппараты терәк-хәрәкәт органдары зарарланғанда, нервы системаһы, гастроэнтерология, урология, тын алыу ағзалары сирҙәре яфалағанда файҙаланыла. Шулай уҡ дауаханаға ауыртыуҙы баҫҡан физиотерапия аппараты ла алынған. Баш табип әйтеүенсә, кескәй пациенттарҙың сәләмәтлеген сирҙән һуң тергеҙеүҙә реабилитация мөһим роль уйнай. Ул киҫкен өҙлөгөүҙәр һәм патологиялар хәүефен һиҙелерлек кәметә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй ауылдарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: