Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь 2022, 14:30

Айыҡлыҡ - беҙҙең һайлау

Бөгөн бер ҡасан да булмағанса айыҡлыҡ дәрестәре үткәреү һәм дөйөм белем биреү программаһына теләһә ниндәй мәғариф учреждениеларын һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларын айыҡлыҡ теорияһы буйынса дәрестәр индереү мөһим.

Айыҡлыҡ - беҙҙең һайлау
Айыҡлыҡ - беҙҙең һайлау

“Демография” милли проектының “Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Саҡмағош районының Ҡарайерек ауылы Мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөнә арналған “Айыҡ милләт – сәләмәт милләт” файҙалы мәғлүмәт сәғәте үткәрелде.

Сара “Һайла!” видео-презентацияһынан башланды. Һуңынан “Иҫерткес эсемлектәр нимә ул һәм уның мәкерле сифаттары ниҙә?” тигән әңгәмә-лекция уҙҙы. Сара барышында ҡатнашыусылар мәғлүмәт өҫтәле материалдары менән танышты, унда алкоголдең кеше организмына зарарлы йоғонтоһо тураһында күҙаллауҙарҙы киңәйтеүгә булышлыҡ иткән китаптар, гәзит һәм журнал мәҡәләләре, шулай уҡ алкоголь ҡулланыу һәм үлем һаны буйынса статистик мәғлүмәттәр тәҡдим ителде. Сара һуңында ҡатнашыусылар “Түҙә алаһығыҙмы?” тигән һорау алыуҙа һәм һауыҡтырыу гимнастикаһында ҡатнашты.

– Бөгөн бер ҡасан да булмағанса айыҡлыҡ дәрестәре үткәреү һәм дөйөм белем биреү программаһына теләһә ниндәй мәғариф учреждениеларын һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларын айыҡлыҡ теорияһы буйынса дәрестәр индереү мөһим. Йәмғиәтебеҙҙең һәм тотош илдең бөтә процестарындағы кеүек айыҡлыҡҡа таянғанда ғына тотороҡло һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Сәләмәтлегебеҙ – үҙебеҙҙең ҡулдарҙа. Был һәр кемдең ышанысына әүерелергә тейеш, был оҙаҡ йылдарға сәләмәтлекте, физик әүҙемлекте һәм эшкә һәләтлелекте һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Ҡарайерек ауылы Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Розалиә Сәхи ҡыҙы Ғафарова.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте. 

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/317763

Автор:
Читайте нас: