Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Сентябрь 2022, 15:45

Аҡса эшләүҙең уңайлы юлдарын беләһегеҙме?

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов нимә хаҡында әйтте?  

Аҡса эшләүҙең уңайлы юлдарын беләһегеҙме?
Аҡса эшләүҙең уңайлы юлдарын беләһегеҙме?

Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2022 йылдың 19 сентябренә ҡарата Башҡортостанда 109897 үҙмәшғүл теркәлгән. Һөнәри килемгә һалым түләүселәр һаны дүрт мең кешегә артҡан. Был, былтырғы август менән сағыштырғанда, 3,7 процентҡа күберәк.

Теркәлгән барлыҡ үҙмәшғүлдәр араһынан 2,2 проценты водитель булып эшләй, 2,1 проценты - төҙөлөш тармағында, 2,1 проценты пассажирҙар ташыу менән мәшғүл, 2,0 проценты мәғлүмәт хеҙмәттәрен күрһәтә, 1,9 процентының үҙ етештереүе бар. Был осорҙа үҙмәшғүлдәрҙең килеме - 18,1 миллиард һум, иҫәпләнгән һалым 0,7 миллиард һум тәшкил иткән.

- Үҙмәшғүллек режимы – аҡса эшләүҙең уңайлы һәм үҙен яҡшы күрһәткән альтернатив аҡса эшләү механизмы. Үҙмәшғүл статусы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары менән бер рәттән, дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланыу мөмкинлектәрен аса. Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны арта. Был, әлбиттә, төбәктең хеҙмәт баҙарында ла, иҡтисадында ла сағыла, - тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Фото: topkits.ru

 

Автор:
Читайте нас: