Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2022, 12:36

Студенттар үҙҙәрен яңы йүнәлештә һынай

Башҡортостан университеттарында стартап-студиялар булдырыла.  

Студенттар үҙҙәрен яңы йүнәлештә һынай
Студенттар үҙҙәрен яңы йүнәлештә һынай

“Фән” милли проектына (национальный проект “Наука”) ярашлы, республикала университет стартап-студияһы булдырыласаҡ.

“Университет технология эшҡыуарлығы платформаһы” федераль проекты нигеҙендә конкурс һайлауы һөҙөмтәләре билдәле булды. Рәсәйҙең 27 төбәгенән 35 юғары уҡыу йорто ҡатнашыуға ғариза биргән. Эксперттар 20-һен һайлап алған.

"Университет стартап-студияһы – төбәктә университет технология эшҡыуарлығын алға этәреү буйынса системалы эштең бер өлөшө. Элек Башҡортостан юғары уҡыу йорттары эшҡыуарлыҡ нөктәләре һәм акселерациялы программалар үҫеше буйынса Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбендә булды. Стартап-студия – университет эштәре һәм республиканың сәнәғәт индустриаль майҙансыҡтары, технопарктары, кластерҙары араһын бәйләүсе звено. Ҡатнашыусы проекттар төбәктең иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Айырым алғанда, университет стартап-студияһына сәнәғәт ҡалдыҡтарынан яңы материалдар етештереү, предприятиеларға яһалма интеллект индереү буйынса эштәр ингән. Улар нефть-газ компаниялары һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән", – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Алексадр Шельдяев.

Проекттың лидеры - Өфө дәүләт нефть техник университеты. Консорциумға шулай уҡ Башҡортостан дәүләт медицина һәм аграр университеттары ла инде.

Проектҡа ярашлы, 2024 йылға университет стартап-студияһы эшенә республиканың 250-ләп студенты йәлеп ителәсәк. Әле 20 стартап һайлап алынған, улар университет студияһы эштәре сиктәрендә үҫеш аласаҡ. Уның үҫешенә алдағы өс йылда йыл һайын 100 миллион һумға тиклем федераль аҡса йәлеп итеү планлаштырыла.

"Ошондай эре проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Өфө дәүләт нефть техник университетының стартап студиялар һәм квалификациялы команда булдырыу буйынса тәжрибәһе бар. 2021 йылда ректорҙың бойороғо менән уҡыу йортонда иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә юғары технологиялар индереү өсөн декарбонизация буйынса стартап-студия булдырылды. Илдең әйҙәүсе институттары, ҡеүәтле технологик партнерҙары менән хеҙмәттәшлек көйләнгән. Инновацияларға ярҙам фонды, Сколково фән һәм технологиялар институты, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге менән берлектәге проекттар тормошҡа ашырыла", - ти Өфө дәүләт нефть техник университетының технологиялар трансферы идаралығы начальнигы Сергей Гладких.

Уҡыу йортоноң стартап-студияһы командаһына, студенттарҙан һәм юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренән тыш, технологик эшҡыуарҙар, индустриаль партнерҙар, власть органдары һәм үҫеш институттары инә – әлегә 12 ҡатнашыусы билдәләнгән.

Стартап-студияларҙы булдырыу буйынса проектты Мәғариф һәм фән министрлығы, Инфрастуктура һәм белем биреү программалары фонды тормошҡа ашыра. Алдағы өс йылда был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 4,5 миллард һум аҡса ҡаралған.

Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: