Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2022, 11:16

Сүп-сарҙан ҡотолор өсөн 70 миллиард һум кәрәк

Волга буйы федераль округы ҡаты ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү буйынса илдә икенсе урында тора. Был тиклем сүпте сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү өсөн 70 миллиард һум талап ителә. Ошо хаҡта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко белдерә.

Сүп-сарҙан ҡотолор өсөн 70 миллиард һум кәрәк
Сүп-сарҙан ҡотолор өсөн 70 миллиард һум кәрәк

“Округта ил Президенты Владмир Путин ҡуйған күрһәтмәләрҙе үтәү нигеҙендә ҡаты ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү 7,4 миллион тонна, ә утилләштереү 2,9 миллион тонна тәшкил итергә тейеш. Бының өсөн 70 миллиард һум аҡса кәрәк”, - ти Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары.

Чиновник белдереүенсә, 2021 йылда ғына ла беҙҙең округта 9 миллион тонна сүп-сар йыйылған. Шул уҡ ваҡытта былтыр эшкәртеүгә 3,5 миллион тонна ҡаты ҡалдыҡ тапшырылған, 0,5 тоннаһы юҡ ителгән. Йыл йомғаҡтары буйынса ҡаты ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү 39 проценттан артҡан, план – 26,2 процент.

Абрамченко билдәләүенсә, ҡаты ҡалдыҡтар буйынса реформалар йәһәтенән округта Түбәнге Новгород өлкәһенең күрһәткестәре иң яҡшыһы. Шул уҡ ваҡытта сүпте сорттарға белеү буйынса Һарытау, Һамар өлкәләре һәм Пермь крайы алда бара. Эштәр ошолай етди барһа, 2024 йылға ҡаты ҡалдыҡтарҙың яртыһы сортировка үтәсәк, ә 2030 йылда барлыҡ сүп өйөмдәре сорттарға бүленәсәк. Әлбиттә, бындай күрһәткестәргә эйә булыр өсөн Удмурт Республикаһы, Ульяновск, Киров өлкәләре ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүгә яуаплыраҡ ҡарарға тейеш. 

Волга буйы федераль округында йәмғеһе 412 мең сүп контейнеры ҡуйылған, шул иҫәптән 32 мең контейнерға сүп-сар сорттарға айырып йыйыла. 2023 йылда РФ Хөкүмәте округтың 8 төбәгендә контейнерҙар алыу өсөн 360 миллион һум бүлергә планлаштыра. Аҡсалата ярҙам алыусылар араһында Башҡортостан да бар.

Әйткәндәй, 2024 йылға “Экология” милли проекты сиктәрендә илдә сүп-сарҙы эшкәртеү, урынлаштырыу һәм утилләштереү буйынса өр-яңы һәм заманса 220 коплекс төҙөргә уйлайҙар. Был объекттар йыйылған сүптең 100 процентын эшкәртергә, сорттарға бүлергә һәм шуның 50 процентын һаҡлауға ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-15/s-p-sar-an-otolor-s-n-70-milliard-um-k-r-k-2951330 

Автор:
Читайте нас: