Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2022, 14:28

Белмәй ҡалмағыҙ!

Финанс грамоталылығы буйынса онлайн дәрестәр башлана.  

Белмәй ҡалмағыҙ!
Белмәй ҡалмағыҙ!

Башҡортостандың Финанс министрлығы 14 сентябрҙә финанс грамоталылығы буйынса онлайн дәрестәрҙең көҙгө сессияһының башланыуы тураһында хәбәр итә.

Рәсәй Банкының проекты илдең төрлө төбәктәрендәге уҡыусыларға, колледж студенттарына финанс белем алыу, финанс баҙары профессионалдары менән аралашыу мөмкинлеге бирә.

 – Көҙгө сессия Рәсәйҙең Финанс министрлығы менән берлектә 2022 йылдың 16 декабренә тиклем үткәрелә. Эксперттар шәхси финансты планлаштырыу, инвестициялау, страховкалау, түләү карталарын файҙаланыу, финанс баҙарындаҙы хәүефһеҙлек, финанс хеҙмәттәрҙән файҙаланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм тағы күп нәмә тураһында һөйләйәсәк, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Сессия урындағы ваҡыт менән 11:30 сәғәттә Рәсәй Банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Чистюхиндың асыҡ дәресе менән башлана. Ул ҡулланыусыларға финанс баҙарының нисек ойошторолоуы – аҡса эшләүҙең төрлө ысулдары, хәүеф тураһында һөйләйсәк. Трансляцияға теләктәре булғандар ҡушыла ала.
https://dni-fg.ru/ һылтанмаһы буйынса сайтҡа инеп, дәрестәр теҙ:мәһе һәм инструкция менән таныша алаһығыҙ.
Шулай уҡ быйыл сентябрь-октябрҙә Рәсәй Банкы һәм Рәсәйҙең финанс министрлығы 3–10 класс уҡыусылары өсөн финанс грамоталылығы буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ дәрестәрен үткәрә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Әйткәндәй, былтыр финанс грамоталылығы буйынса онлайн дәрестәргә республикалағы барлыҡ балалар йорттары һәм социаль приюттар, мәктәптәрҙең өстән бер өлөшө, колледждарҙың яртыһы ҡушылғайны.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: