Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2022, 11:10

300-ҙән ашыу кеше фатирын түҙемһеҙләнеп көтә

Был йорттар төҙөлөшө 2017 йылдың дүртенсе кварталында тамамланырға тейеш ине. Ниһайәт, биш йыл үткәс, һәйбәт яңылыҡтар бар.  

300-ҙән ашыу кеше фатирын түҙемһеҙләнеп көтә
300-ҙән ашыу кеше фатирын түҙемһеҙләнеп көтә

Өфө ҡалаһы Октябрь районындағы Урман техникумы һәм Энтузиастар урамдары киҫелешендә “Үҙтөҙөлөш” йәмғиәтенең оҙаҡ төҙөлгән ике йортонда төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара. Эште Башҡортостан Республикаһының Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды ойоштора. 300-ҙән ашыу кеше үҙ фатирын көтә.

- Бөгөнгә йорттар 90 һәм 60 процентҡа әҙер. Быйыл дүртенсе кварталда төҙөлөштө тамамлау планлаштырыла, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Әлеге ваҡытта төҙөлөшкә 150-нән ашыу эшсе йәлеп ителгән. 1 литер һанлы йорттағы фатирҙарҙа обойҙар йәбештерелә, бүлмәләргә ишектәр ҡуйыла. Бынан тыш, төҙөүселәр стеналарҙы ипкә килтерә. 2 литер һанлы йортта иҙән һалалар. Өҫтәүенә, йорт фасадтарын эшләү тамамлана. Параллель рәүештә биләмәләр төҙөкләндерелә.

“Альянс-строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөлөш начальнигы Хәбир Мостафиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, йорттарҙа инженер селтәрҙәре тулыһынса әҙерләнгән. Улар йылытыу миҙгеленә лә әҙер.

- Бер йыл эсендә тиерлек быға тиклем төҙөлмәй торған йорт беҙ йәшәйәсәк торлаҡҡа әйләнә бара. Был төҙөлөш эргәһенән йыш ҡына үтәм һәм барыһының да нисек алмашыныуын күрәм. Ҡатыным обой, йорт йыһазы һайлай башланы инде. Яңы йортҡа күсер көндө көтөп ала алмайбыҙ, - тип уй-фекере менән уртаҡлашты өлөшсө Константин Лазарев.

Был һәйбәт яңылыҡ тураһында республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Белешмә. Үрҙә әйтелгән йорттар төҙөлөшө 2017 йылдың дүртенсе кварталында тамамланырға тейеш ине. 2020 йылдың 23 июлендә Башҡортостан Арбитраж судының ҡарары менән төҙөүсе ойошма көрсөккә терәлгән ойошма тип танылды. Былтыр декабрҙә тамамланмаған төҙөлөш объекттарына милек хоҡуғы Башҡортостандың Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фондына күсерелде. Быйыл ғинуарҙа төҙөлөш эше әүҙемләште. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: catherineasquithgallery.com

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:
Читайте нас: