Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2022, 10:42

Гарантия фонды йүнселдәргә ярҙам итә

Йүнселдәр, үҙҙәренең аҡсаһы етмәгән осраҡта ла, заемға иҫәп тота ала.

Гарантия фонды йүнселдәргә ярҙам итә
Гарантия фонды йүнселдәргә ярҙам итә

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының гарантия фонды йүнселдәргә поручителлек рәүешендә финанс ярҙамы күрһәтә. Август аҙағына бер миллиард һумдан ашыуға 146 поручителлек бирелгән. Дәүләттең ярҙамы менән төбәк эшҡыуарҙары бизнесҡа 2,7 миллиард һумдан ашыу кредит аҡсаһын йүнәлткән. Мәғлүм булыуынса, бындай ярҙам Рәсәй Президенты Влаимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

–  Дәүләт гарантияһы менән йүнселдәр, үҙҙәренең аҡсаһы етмәгән осраҡта ла, заемға иҫәп тота ала. 2022 йылдың һигеҙ айында республиканың 37 ҡала-районы эшҡыуарҙарына гарантиялы ярҙам күрһәтелгән. Был исемлектә 498 миллион һумдан ашыу поручителлек күләме менән Өфө беренселекте биләй. Унан һуң Туймазы, Ғафури райондары һәм Нефтекама ҡалаһы килә. Булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән төп клиенттар ауыл һәм урман хужалығында, шулай уҡ етештереү өлкәһендә эшләй, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/481598/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/312731

 

Автор:
Читайте нас: