Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Сентябрь 2022, 09:06

Тәүге этап тамам, әммә алда эш күп әле

Стадионды тәртипкә килтереүгә район халҡы ла тос өлөш индерҙе  

Тәүге этап тамам, әммә алда эш күп әле
Тәүге этап тамам, әммә алда эш күп әле

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Архангел районы үҙәгендәге стадионда футбол майҙанын, баҫҡыстарҙы һәм тротуарҙы төҙөкләндереүҙең тәүге этабы тамамланды. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса башҡарылды. Стадионды тәртипкә килтереүгә район халҡы ла тос өлөш индерҙе. Төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреүҙә архангелдәр ошо спорт ҡоролмаһын һайланы.

Әлегә тиклем ошо программаға ярашлы Архангел ауылының Чкалов скверы, Еңеү паркы яңыртылды, Блюхер урамында йәйәүлеләр зонаһы барлыҡҡа килде. Алда эш күп әле. Киләһе йыл стадионда йүгереү юлы һәм яңы тротуар төҙөү, биләмәне яҡтыртыу, ҡоймалау, 42 метрлыҡ баҫҡыс һалыу күҙаллана.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/480787/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/311421

 

Автор:
Читайте нас: