Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Сентябрь 2022, 15:05

Туҡталыштарҙа сауҙа нөктәләре асыласаҡ

Проект кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Туҡталыштарҙа сауҙа нөктәләре асыласаҡ
Туҡталыштарҙа сауҙа нөктәләре асыласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә видеоконференция форматына уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Йүнсел Учалы ҡалаһында туҡталыштарҙа сауҙа павильондары асырға күҙаллай. Проект кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, сөнки был мәсьәлә ҡала халҡы өсөн көнүҙәк. Эшҡыуарға аукцион процедураларын ойоштороу буйынса кәңәштәр бирелде, ҡала биләмәһендә туҡталыштарҙы урынлаштырыу варианттары ҡаралды.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайты.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: