Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
6 Сентябрь 2022, 04:13

Яңы техникаға туҙан ҡундырмаясаҡтар

Көнбайыш санкциялары медицина ҡорамалдарына һәм дарыуҙарға ҡағылмай, шуға күрә улар элеккесә һатып алынасаҡ.

Яңы техникаға туҙан ҡундырмаясаҡтарЯңы техникаға туҙан ҡундырмаясаҡтар
Яңы техникаға туҙан ҡундырмаясаҡтар

Башҡортостанға дауаханалар өсөн көтөп алынған бик ҡиммәтле ҡорамалдар килтерелде. 1,5 миллиард һумлыҡ техника тултырылған контейнерҙар медицина учреждениеларына оҙатыла башланы. Компьютер томографы, 23 рентген, 15 флюорограф, 28 маммограф, 19 эндоскопик система, 16 ультратауыш һәм 20 наркоз аппараты оҙаҡламай пациенттарҙы ҡабул итәсәк.

Ҡорамалдар федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынды. Заманса аппараттарҙа эшләү өсөн белгестәр алдан әҙерләнгән. “Рентген һәм сканерҙарға туҙан ҡундырмаясаҡбыҙ, улар даими эшләп торасаҡ”, ти табиптар.

Ҡайһы берәүҙәрҙе сит ил ҡорамалдарын киләсәктә һатып алыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, көнбайыш санкциялары медицина ҡорамалдарына һәм дарыуҙарға ҡағылмай, шуға күрә улар элеккесә һатып алынасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас