Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
2 Сентябрь 2022, 07:03

Мәктәптә капиталь ремонт нисек бара?

Был эшкә 22 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә  

Мәктәптә капиталь ремонт нисек бара?Мәктәптә капиталь ремонт нисек бара?
Мәктәптә капиталь ремонт нисек бара?

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы муниципалитеттың даими контроленә алынған. Ошо көндәрҙә Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы Айгөл Хәсәнова менән 7-се балалар музыка мәктәбе бинаһын капиталь төҙөкләндереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. 60 йыллыҡ тарихы булған объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы яңыртыла. Был маҡсатҡа федераль, республика һәм ҡала ҡаҙнаһынан 22 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

Август аҙағына мәктәптең концерт залында электр сымы алмаштырылған, стеналар йөҙләүгә әҙерләнгән, иҙән түшәлгән. Объектта шахта ҡаҙылған, елләтеү системаһы монтажлана. Мәктәпкә ингән ерҙә иҙәнгә плитә түшәлгән, икенсе бинаның ҡыйығы ябылған. Икенсе ҡаттағы кластарҙа һәм коридорҙа йөҙләү эштәре тамамланып килә, стеналар буяла. Подряд ойошмаһы төп бинаның ҡыйығын ремонтларға һәм Коммунистик урам яғынан фасад эштәрен башҡарырға әҙерләнә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/307529

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/307529

 

Автор:
Читайте нас