Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
30 Август 2022, 06:47

Тауышты ла, ишетеү һәләтен дә ҡайтаралар

Заманса операциялар яҡшы һөҙөмтә бирә, йөҙҙә һәм муйында йәмһеҙ йөйҙәр ҡалдырмай.  

Тауышты ла, ишетеү һәләтен дә ҡайтараларТауышты ла, ишетеү һәләтен дә ҡайтаралар
Тауышты ла, ишетеү һәләтен дә ҡайтаралар

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала ғинуар айынан июлгә тиклем оториноларингология профиле буйынса медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензиялар алған медицина ойошмалары һаны 4,3 процентҡа артҡан. Был осорҙа 13 лицензия алынған. Берҙәм лицензиялар реестрында оториноларингология буйынса 297 медицина ойшмаһы теркәлгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  штаттан тыш баш оториноларингологы  Елена Савельева әйтеүенсә, заманса профиль ҡолаҡ, тамаҡ, танау һәм танау ҡыуышлығын дауалау проблемаларынан тыш, шул уҡ ваҡытта тауышты һәм ишетеү һәләтен ҡайтарыу,  пациенттарҙы реабилитациялау мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә. Был ағзаларға  яһалған заманса операциялар яҡшы һөҙөмтә бирә, йөҙҙә һәм муйында йәмһеҙ йөйҙәр ҡалдырмай.

Лицензиялар һаны артыуы эшҡыуарҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Элек лицензия алыу өсөн 45 көн талап ителһә, хәҙен уны 15 көн эсендә рәсмиләштерергә мөмкин. Ә лицензиялар реестрына үҙгәрештәр индереү өсөн ун көн дә етә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56955&sphrase_id=2312751

Автор:
Читайте нас