

“Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” проекты саралары һөҙөмтәһендә Башҡортостанда йәшәүсе 40 меңдән ашыу кеше экологик шарттарҙы яҡшыртасаҡ. Дим йылғаһының үҙәнен Яңы Михайловка ауылынан Нижегородка ауылына тиклемге участкала тәртипкә килтерә башланылар. Шулай уҡ Благовещен ҡалаһы сиктәрендәге Потеха йылғаһындағы быуаны таҙартыу тамамлана. Эш барышын төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ҡала һәм район хакимиәте, подряд ойошмаһы вәкилдәре менән берлектә Рәсәй һыу ресурстарының Кама бассейны етәксеһе Александр Михайлов баһаланы.
– Быйыл һыу ресурстары федераль агентлығы республикаға ике сараға 75,5 миллион һум йүнәлткән. Һыу объекттары – Ағиҙел йылғаһының ҡушылдыҡтары, ул, үҙ сиратында, илдең мөһим һыу артерияларының береһен – Каманы туҡландыра. Төбәктәрҙең яр буйҙарындағы үҫеше ҙур йылға бассейны ресурстарының имен торошона бәйле, – тине Александр Михайлов.
Әле Дим йылғаһында эштәр башланғыс стадияла. Объектта йыуылыу карталары төҙөлә, төп этап алдынан водолаздар һыу төбөн тикшерә – улар үҙәнен ауған ағастарҙан таҙарта. Һуңынан земснаряд эшләй башлай, уның ярҙамында һыу төбөнән 145 мең кубометрҙан ашыу ләм ҡатламы сығарыла. Киләсәктә 35 километр үҙәнде республика үҙәге – Өфөгә тиклем таҙартыу күҙаллана. Был участкала туғыҙ торама пункт, шифаханалар, ял йорттары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре, тимер юл станциялары урынлашҡан. Сараны 2024 йылда тамамлау күҙаллана.
2022 йылдың аҙағына тиклем Благовещенда ике йыллыҡ эштәр тамамлана. Потеха йылғаһында быуа баҡыр иретеү заводы ихтыяждары өсөн XVIII быуатта барлыҡҡа килгән. Бөгөн һыу объектының периметры буйынса – шәхси сектор, ә көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш яҡтан арматура заводы урынлашҡан. Һыу объекты элек ныҡ һаҙланған, йылы көндәрҙә унан насар еҫ сығып торған.
Быуа федераль һәм төбәк бюджеттарынан аҡса йәлеп итеп экологик реабилитациялау буйынса берлектәге проекттың бер өлөшө булып тора. Йылға үҙәнендә эштәр тамамланғас, биләмәне төҙөкләндерәләр: һыуға төшөү, һул ярҙы тәртипкә килтереү күҙаллана.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: "Бәйләнештә".