Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
26 Август 2022, 07:17

Нейрохирург осоп килеп еткән

Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан Тәтешлегә - бер сәғәттә!    

Нейрохирург осоп килеп еткәнНейрохирург осоп килеп еткән
Нейрохирург осоп килеп еткән

22 августа Тәтешле үҙәк район дауаханаһына бик ауыр хәлдә 36 йәшлек ир килтерелә. Аҙаҡ билдәле булыуынса, ул "КамАЗ" машинаһы кабинаһынан йығылып төшкән. Дауалау-диагностика сараларынан һуң табиптар уның маңлай-түбә һөйәгенең һыныуын асыҡлай. Өҫтәүенә һул түбә-яңаҡ өлөшөнә ҡан һауған була.

Ашығыс рәүештә Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан санитар авиация линияһы буйынса нейрохирург Сергей Сахаров саҡыртыла. Табип бер сәғәт эсендә Тәтешлегә вертолетта осоп килеп етә.

Тәтешле дауаханаһының баш табибы Илгиз Шәңгәрәев һәм Сергей Сахаров пациентҡа операция яһай. Операция мәлендә баш һөйәгенә трепенация яһала, ҡан һауыуҙан барлыҡҡа килгән шеш алып ташлана. Уның күләме 40 миллилитрҙан ашыу тәшкил иткән. Ҡатмарлы әмәлиәт биш сәғәт бара.  Тәтешле табиптары пациенттың ғүмере өсөн көрәшеүен дауам итә.  Республикала санитар авиацияны үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитар ярҙамды үҫтереү” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас