Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
25 Август 2022, 04:18

Благовещен – Павловка юлының бер өлөшө төҙөкләндерелде

Быйыл 24 километрҙан ашыу юлды норматив хәлгә килтереү ҡарала.

Благовещен – Павловка юлының бер өлөшө төҙөкләндерелдеБлаговещен – Павловка юлының бер өлөшө төҙөкләндерелде
Благовещен – Павловка юлының бер өлөшө төҙөкләндерелде

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Благовещен районында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, Благовещен – Павловка юлының Сологубовка һәм Дмитриевка ауылдары араһындағы 2,6 километрлыҡ участкаһы төҙөкләндерелде. Был эшкә 36,8 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

– Туристик урындарға илткән юлдарҙы ремонтлау төбәкте үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө проекттарҙың береһен тәшкил итә. Уларҙың ҡайһы берҙәрен былтыр уҡ тәртипкә килтерә башлағайныҡ, артабан да туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ, эште киләһе йылда ла дауам итәбеҙ, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Благовещен – Павловка юлы – Благовещен һәм Нуриман райондарын үҙ-ара тоташтырған популяр туристик маршрут. Әле эшселәр юлды тигеҙләп, SP-11T ҡатнашмаһын түшәгән, юл ситтәрен нығытҡан, термопластиктан тамға һалған. Сентябрҙә Каменная Поляна ауылы эргәһендәге 2,1 километрлыҡ юл участкаһында ремонтты тамамларға ниәтләйҙәр.

Мәғлүм булыуынса, быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, туристик биләмәләргә һәм иҫтәлекле урындарға илткән 24 километрҙан ашыу юлды норматив хәлгә килтереү ҡарала.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/477329/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/303791

 

Автор:
Читайте нас