

“Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек: нескәлектәре, кейстары һәм ҡарарҙар” темаһына стратегик сессияла ҡатнашҡан 100-ҙән ашыу компания вәкилдәре экспорт эшмәкәрлеге менән бәйле хәүеф һәм cығымдар, уларҙы ҡыҫҡартыу мөмкинлектәре тураһында көнүҙәк мәғлүмәттәр алды. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Экспортсылар клубының бишенсе ултырышында бизнес-уйын ойошторолдо, уның барышында төбәк экспортсыларын һайланған илгә тауарҙы алып барыу һәм яҡынса юл хаҡын иҫәпләү буйынса уңайлы ысулдарға өйрәттеләр.
– Бөгөнгә килеп тыуған хәл тауарҙы ташыу буйынса маршруттарға сикләүҙәр индерҙе, предприятиелар уларҙы яңынан ҡорорға мәжбүр, ә был - өҫтәмә сығымдар. Министрлыҡ аша ярҙам саралары киңәйтелде, шул иҫәптән сит илгә тауар ташыу буйынса ла. Тауар ташыуға киткән сығымдың өлөшөн ҡайтарыуҙы 80 – 90 процентҡа тиклем арттырҙыҡ, шулай уҡ ғариза биреүсегә түләүҙе һигеҙ миллион һумдан туғыҙ миллион һумға тиклем, – тип аңлатты Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Лена Изотова сығышында министрлыҡтың республика экспортҡа тауар ташыуға, экспорт килешеүен үтәмәү буйынса штраф санкциялары сығымдарының өлөшөн республика бюджеты иҫәбенә ҡайтарыуға ғаризалар ҡабул итеүе тураһында белдерҙе.
– Субсидия алыуға ғаризалар 29 августан министрлыҡтың аҡсаны тулыһынса үҙләштергәненә тиклем ҡабул ителә, – тине Лена Изотова.
Рәсәй Экспорт үҙәгенең Өфө ҡалаһындағы вәкиллеге етәксеһе Ренат Манапов Рәсәй Экспорт үҙәге аша ғәмәлдәге субсидиялар тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, субсидиялар сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тауарҙарын ташыуға киткән сығымдың өлөшөн ҡайтарыуға тәғәйенләнгән. Үҙәк вәкиле мөрәжәғәт итеүселәр күп булғанда, ике субсидияға ла федераль саралар арттырыласағы тураһында белдерҙе.
Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитов сығышында Үҙәктең предприятиеның Рәсәй биләмәһе буйынса тауарҙы ташыуға киткән сығымын 80 процентҡа тиклем алдан ҡайтарыу буйынса яңы хеҙмәт булдырылыуы тураһында һөйләне.
Ғөмүмән, саралар ҡатнашыусыларға ғәмәлдәге иҡтисади санкциялар ваҡытында тышҡы бәйләнештәр эшмәкәрлеге өлкәһендә автомобиль, тимер юл, һауа һәм дингеҙ транспорты ярҙамында мультимодаль һәм ҙур булмаған йөктәр ташыу буйынса хеҙмәттәрҙең тулы комплексы күрһәтелә. Ғәмәлдәге кейстар миҫалында компаниялар ташыған тауарҙы юғалтыуҙан йәки иҫкереүҙән страховкалау шарттары тураһында мәғлүмәттәр алды, шулай уҡ тармаҡ үҙенсәлегенә ҡарап, страховка күләме контракт хаҡынан 110 процентҡа тиклем етеүе ихтималлығы тураһында бирелде.
Был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан