Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
22 Август 2022, 06:28

Вертолет өсөн майҙан төҙөләсәк

"Беҙ яңғыҙ түгел, ҡала хакимиәте, депутаттар корпусы, эшҡыуарҙар ярҙам итергә әҙер",– ти Нефтекама дауаханаһының баш табибы Морат Афзалов.

Вертолет өсөн майҙан төҙөләсәкВертолет өсөн майҙан төҙөләсәк
Вертолет өсөн майҙан төҙөләсәк

Нефтекама ҡалаһының бала табыу йорто артындағы бушлыҡта вертолет майҙаны төҙөләсәк һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған иҫтәлекле стела ҡуйыласаҡ. Тормош күрһәтеүенсә, пациенттар йыш ҡына экстрен медицина ярҙамына мохтажлыҡ кисерә. Уларҙы баш ҡала дауаханаларына илтеү кәрәклеге тыуа.

– Медицина учреждениеһында вертолет майҙаны – ҙур күләмле эш, уны төҙөү өсөн ваҡыт та, аҡса ла кәрәк. Барыһын да тиҙ генә булдыра ла алмаҫбыҙ, сөнки бөтә  төп средстволар дауалау-диагностика эшмәкәрлегенә китә. Әммә беҙ яңғыҙ түгел, ҡала хакимиәте, депутаттар корпусы, эшҡыуарҙар ярҙам итергә әҙер, – ти Нефтекама дауаханаһының баш табибы Морат Афзалов.

Майҙандағы ҡарт ағастарҙы ҡырҡып, урынды тәртипкә килтерҙеләр. Әле вертолет майҙаны төҙөү өсөн проект-смета һәм эш документтары әҙерләнә. Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙамды үҫтереү” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас