

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Соколовка ауылында “Ауылпиадаға табан 16 аҙым” проекты финалы үтте. 2021 – 2022 йылдарға иҫәпләнгән проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
Соколовка ауылындағы байрамды ауыл биләмәләре парады асты. Унда ғаилә командалары, ауыл мәҙәниәт йорттары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, көйәрмәндәр төркөмө ҡатнашты. “Үҙең менән таныштырыу” конкурсында һәр ғаилә үҙенең командаһы һәм девизы менән таныштырҙы, йыр башҡарҙы. Артабан улар ГТО нормаларын тапшырҙы, йүгереү, шахмат, шашка, скандинав йөрөшө, дартс, саңғы уҙышы, арҡан тартыу кеүек ярыштарҙа көс һынашты.
Майҙансыҡта тәүге минуттарҙан алып сара тамамланғанса көс-дәрт һәм ярыш рухы тантана итте, иң-иңдәр еңеү яуланы.
Байрам бейеү флешмобы һәм киске дискотека менән тамамланды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/300580
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/300580