Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
16 Август 2022, 14:40

Әүҙем ял – һаулыҡ һәм оҙон ғүмер нигеҙе

Ҡыйғынан бер төркөм пенсионерҙар бер көнлөк сәйәхәттә булды

Әүҙем ял – һаулыҡ һәм оҙон ғүмер нигеҙеӘүҙем ял – һаулыҡ һәм оҙон ғүмер нигеҙе
Әүҙем ял – һаулыҡ һәм оҙон ғүмер нигеҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы тормошҡа ашырыла. Уның саралары өлкәндәрҙең ғүмерен оҙайтыуға, һаулығын нығытыуға һәм социаль әүҙемлеген арттырыуға йүнәлтелә. Проект 2021 – 2024 йылдарға иҫәпләнә.

Әйткәндәй, “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһында ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-егеттәр 60 йәштән ҡатнаша ала. Уларға республика буйлап сәфәр бушлай ойошторола.

Ҡыйғы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә райондан бер төркөм пенсионерҙар “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” программаһы буйынса бер көнлөк сәйәхәттә булды. Улар өсөн “Янғантау” геопаркына мәҙәни-танып белеү экскурсияһы үткәрелде. Көн дауамында өлкәндәрҙе Иҙрис мәмерйәһенә, “Шайтан-Көҙәй” тирмәләр кемпингына, Ҡорғаҙаҡ шишмәһенә, “Янғантау” визит-үҙәгенә, Мәсетле геологик киҫелешенә, Салауат Юлаев музейына, Әлкә ауылындағы Таш тирмәгә алып барҙылар.

Пенсионерҙарҙың барыһы ла сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалды, бай тәьҫораттар менән әйләнеп ҡайтты. Әүҙем ял – ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер нигеҙе!

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/299812

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/299812

 

Автор:
Читайте нас