Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
14 Июль 2022, 06:38

Проект өсөн 1727 кеше тауыш биргән

Ҡала халҡы 2023 йылда төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙе һайланы.  

Проект өсөн 1727 кеше тауыш биргәнПроект өсөн 1727 кеше тауыш биргән
Проект өсөн 1727 кеше тауыш биргән

Межгорье ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл майҙа улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) нигеҙендәге “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡайны.

Ҡала халҡы 2023 йылда төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙе һайланы. Исемлектә Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәлә урынлашҡан физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендәге йәйәүлеләр зонаһы һәм Тәүге проходкалаусылар скверы бар ине. Биҫтәләге йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү буйынса проект конкурста еңеүсе булды. Уның өсөн Межгорьела 1727 кеше тауыш бирҙе.

“Беҙҙең проект 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығына арналған Монумент биләмәһен төҙөкләндереүҙе, уңайлы йәйәүлеләр зонаһын булдырыуҙы, күмәк мәҙәни саралар, тыныс һәм әүҙем ял урындарын ойоштороуҙы күҙ уңында тота”, – тине биләмәнең кураторы Руслан Латипов.

Былтыр ошо конкурста еңеү һөҙөмтәһендә әле Межгорьела Еңеү майҙаны төҙөкләндерелә. Эшселәр иҫке сәхнәне һүтеү, “Монетка” магазины менән “Ашхана” араһында ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйыу, йәйәүлеләр юлы, бордюр таштары һалыу менән мәшғүл.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/284790

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/284790

Автор:
Читайте нас