

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный поект "Здравоохранение") ярашлы ойошторолған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы Мәсетле районында эшен тамамланы. Табиптар пациенттарҙы ҡабул иткән һуңғы тораҡ Яңы Мишәр ауылы булды.
– Беҙҙең ауыл район үҙәгенән 45 саҡрымда ята. Шуға күрә “Сәләмәтлек поезы”н көтөп алдыҡ. Тар белгестәргә күрендек, консультация алдыҡ. Табиптар тикшергәндән һуң бер нисә пациентты артабан тикшереү үтергә, дауаланырға ебәрҙе, – ти фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Лена Шафиҡова. – Иң ҙур сират кардиолог һәм эндокринологка булды. Хеҙмәтләндереү сифаты менән бик ҡәнәғәтбеҙ, табиптарға һәм “Сәләмәтлек поезы”н ойоштороусыларға рәхмәт! Автопоездарҙың тағы килеүен көтәбеҙ.
Табиптар 8 июлдән алып тар белгестәр етешмәгән Мәсетле ауылдарында халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтте. Оло Ыҡтамаҡ, Кесе Ыҡтамаҡ, Яңы Мишәр, Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәләре халҡы белгестәрҙән кәңәш алыу һәм тикшеренеү үтеүҙән тыш, анализ бирҙе, прививка яһатты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә районда 4 148 кеше медицина тикшеренеүе үтте.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан