Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
12 Июль 2022, 05:05

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Сибайҙа биш етем ҡыҙ торлаҡлы булды.

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылдыЕтемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектына ярашлы, Сибайҙа ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Биш ҡыҙ үҙҙәренең төҙөкләндерелгән һәм ремонтланған бер бүлмәле фатирҙарының асҡысын алды.

Опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Ирина Сидоренкова билдәләүенсә, йыл һайын Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы бюджеттарынан етем балалар өсөн торлаҡ һатып алыуға аҡса бүленә. Мәҫәлән, быйыл Сибай ҡалаһына 23 миллион һумдан ашыу бүленгән. Әлеге ваҡытта ҡала хакимиәте туғыҙ фатир һатып алған. Өсөнсө кварталда тағы биш-алты фатир алыу күҙаллана.

- Торлаҡ һатып алыу буйынса уңышлы эшләгән шәп һәм оператив командабыҙ булыуына бик шатбыҙ. Аҡса тулы күләмдә үҙләштерелә һәм торлаҡҡа мохтаж булған етем балалар исемлегендәге беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар йыл һайын фатир ала, - тине Ирина Михайловна. - Быйыл 1 июлгә ҡарата мохтаждар исемлегендә 14-23 йәшлек һәм унан өлкән 112 бала тора. Уларҙың етәүһенең суд ҡарары бар. Был уларға сираттан тыш торлаҡ менән тәьмин ителеү хоҡуғын бирә. Әммә беҙ бындай тәжрибәне ҡулланмаҫҡа тырышабыҙ, сөнки сират ғариза тапшырған көн буйынса үтәлергә тейеш.

Биш ҡыҙҙың шатлығын уртаҡлашырға Марина Устинова ла килгән. "Мин 2008 йылдан Анастасия Устинованың опекуны булып торам. Үҙемдең ике балам бар һәм улар янында йәнә ике опекун бала тәрбиәләйем. Хәҙер Настя үҫте һәм Силәбе ҡалаһында юғары белем ала. Был ваҡиғаны оҙаҡ көттөк, ниһайәт, ул фатирлы булды!" - ти ул.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: "Сибайский рабочий" гәзитенән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас