

Республикалағы "Минең бизнес" үҙәге ярҙамынан яҡынса 2,3 мең кеше файҙаланған: 1565 кесе һәм уртаса эшҡыуарлыҡ субъекты, 95 үҙаллы эшҡыуар һәм 701 физик шәхес.
Төбәгебеҙҙә бындай комплекслы дәүләт ярҙамы “Бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыу нигеҙендә күрһәтелә. “Үҙәккә бизнес асырға йыйынғандар мөрәжәғәт итә. Эште нисек башларға, юридик шәхес булырғамы, әллә үҙаллы эшҡыуар булып теркәлергәме? Һалым түләү буйынса ла һорауҙар етерлек. Быйыл 46 яңы эшҡыуар үҙәктә теркәлде. Бизнес проектын бойомға ашырыу этабында ла йүнсел ярҙамға мохтаж, ә был булышлыҡты ул “Минең бизнес” үҙәгенән ала”, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Йүнселдәрҙе күберәк ташламалы кредит, субсидия, лизинг, мөлкәт мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра икән.
Башҡортостанда эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре Өфө, Нефтекама, Күмертау, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Салауат, Учалы ҡалаларында эшләй. Үҙәк тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте cmbrb.ru сайтында һәм 224-99-99 телефон һандарына шылтыратып алырға була.
Фото: "Башинформ".
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан