Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
30 Июнь 2022, 11:29

Дауахана яңы флюорограф алды

Аппараттың хаҡы ете миллион һумдан ашыу тәшкил итә. 

Дауахана яңы флюорограф алдыДауахана яңы флюорограф алды
Дауахана яңы флюорограф алды

Федоровка үҙәк район дауаханаһына ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Беларусь Республикаһынан "РЕНЕКС - Ф5000" флюорография комплексы килтерелде. Хаҡы ете миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Был аппарат пациенттың - түш, онкология һәм башҡа үпкә ауырыуҙарын иртә асыҡлау өсөн күкрәк ситлегенең рентген һүрәттәре алыу өсөн тәғәйенләнгән. Уның үҙенсәлеге шунда: кеше ағзаларын рентген нурҙары ярҙамында сифатлы итеп һүрәткә төшөрөүе, юғары үткәреүсәнлек һәләте һәм иң мөһиме минималь рентген нурҙары.

Яңы һанлы флюорограф элекке флюорограф урынына ҡуйыла. Һанлы аппараттың дауаханала булыуы халыҡтың туберкулез һәм тын алыу ағзаларының башҡа ауырыуҙарын ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирә.

Федоровка районында ошо ҡорамалда эшләү өсөн квалификациялы белгестәр бар.

- Билдәле булыуынса, рентген һүрәте аналоглы һанлы рентген аппараттарынан юғарыраҡ. Бынан тыш, һүрәтте ҙурайтырға, ҡырҡырға, башҡа саралар үткәрергә мөмкин. Заманса ҡорамалдарҙа рентген тикшеренеүҙәр үткәреү сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итәсәк, - тине Федоровка үҙәк район дауаханаһы табибы Шәкәрова Р.М.

Әлеге ваҡытта дауаханала яңы ҡорамалды урынлаштырыу өсөн урын әҙерләү буйынса ремонт эштәре бара.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас