Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июнь 2022, 09:46

Тағы бер дауахана яңы ҡорамал алды

Яңы ҡорамал һанлы диагностик һүрәттәрҙе алырға һәм һаҡларға мөмкинлек биреүҙән тыш,  мәғлүмәтте тапшыра ла ала  

Тағы бер дауахана яңы ҡорамал алды
Тағы бер дауахана яңы ҡорамал алды

Раевка үҙәк район дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына  ярашлы заманса медицина ҡорамалына байыны. Медицина учреждениеһына “Диаком” рентген диагностика аппараты килтерелде. Яңы ҡорамал һанлы диагностик һүрәттәрҙе алырға һәм һаҡларға мөмкинлек биреүҙән тыш,  мәғлүмәтте тапшыра ла ала.  

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса,  ҡорамалдың төп өҫтөнлөгө тикшереүҙәрҙе  рентген контрастлы матдә ҡулланып, тулы форматлы, юғары сифатлы һүрәттәр алыу. Уны стационар рентген кабинеттары, кисектергеһеҙ ярҙам һәм травматология бүлексәләре шарттарында диагностик мәғлүмәт алыуҙа ҡулланырға мөмкин.

“Яңы ҡорамал алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Уның ярҙамында пациентты яҡшыраҡ тикшерәсәкбеҙ һәм сирҙәрҙе тиҙерәк асыҡлаясаҡбыҙ”, – ти нур диагностикаһы бүлексәһе мөдире Лүзә Хафизова.

Яңыраҡ ошондай уҡ диагностика ҡорамалын Краснокама үҙәк район  һәм Йомағужа участка дауаханалары алды.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:
Читайте нас: