Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июнь 2022, 11:09

“Фатир йәки йорт матди байлыҡ ҡына түгел…”

Программаның оҙайтылыуы республиканың мөмкин тиклем күберәк райондарында уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙы тәьмин итәсәк  

“Фатир йәки йорт матди байлыҡ ҡына түгел…”
“Фатир йәки йорт матди байлыҡ ҡына түгел…”

“Рәсәй вице-премьеры Марат Хөснуллин Рәсәй Президентына 2030 йылға тиклем төҙөлөш тармағы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеше стратегияһын презентацияланы. Владимир Путин төп эш йүнәлештәрен билдәләне”, - тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Премьер-министрҙың хәбәр итеүенсә, ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") 2030 йылға тиклем оҙайтыла. Дәүләт башлығы һәр ғаилә өсөн фатирҙың, өйҙөң матди байлыҡ ҡына түгел, балалар тыуыуы һәм уларҙы тәрбиәләү, бәхетле һәм имен тормош өсөн ныҡлы нигеҙ икәнлеген билдәләгән.

“Башҡортостанда беҙ был мәсьәләгә даими иғтибар бүләбеҙ. Һуңғы өс йылда 434 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндерҙек. Быйыл тағы 63 муниципалитетта 122 биләмәне тәртипкә килтерәбеҙ, - тип яҙған Андрей Назаров. - Миҫал килтерәм. Апрелдә милли проект сиктәрендә Архангел ауылында стадион төҙөлөшөн һәм уның эргәһендәге киңлекте төҙөкләндереүҙе башланыҡ. Июлдә бында йәшәүселәр заманса футбол майҙанына эйә буласаҡ. Сибайҙа Мәжит Ғафури исемендәге паркты ипкә килтерәбеҙ. Йәй шулай уҡ эштәрҙе тамамлайбыҙ.

Программаның оҙайтылыуы республиканың мөмкин тиклем күберәк райондарында уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙы тәьмин итәсәк.

Ил Президенты шулай уҡ авариялы торлаҡтан күсереүҙе тиҙләтергә ҡушты. Беҙ Башҡортостанда был программаны тиҙләтелгән темп менән тормошҡа ашырырға планлаштырабыҙ. Былтыр сентябрҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондын реформалауға булышлыҡ итеү фонды беҙгә 961 миллион һумлыҡ финанс ярҙамын раҫланы. Шулай итеп, 12 муниципалитетта 601 йорттан 1522 гражданды күсерә аласаҡбыҙ.

Владимир Путин төҙөлөш баҙарындағы ватан материалдары өлөшөн 95 процентҡа тиклем еткерергә ҡушты. Башҡортостанда 2030 йылға тиклем төҙөлөш материалдары сәнәғәте үҫеше стратегияһы эшләнгән. Предприятиеларҙы заманлаштырыу һәм яңыларын булдырыу өсөн дәүләт ярҙамы, шул иҫәптән инфраструктура төҙөүгә субсидиялар һәм льготалы займдар ҡаралған. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге "Инвестиция сәғәте" ултырыштарында яңы инвестиция проекттары ҡарала”.

Фото: vn.com.ua

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:
Читайте нас: