Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июнь 2022, 10:43

“Бик шәп ҡорамал!”– ти баш табип

Инновациялы ҡорамалдар ауылдарға килә.

“Бик шәп ҡорамал!”– ти баш табип
“Бик шәп ҡорамал!”– ти баш табип

Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһында  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы  күп функциялы МАИА-01  ингаляция анестезияһы аппараты алынды.

Был ҡорамал өлкәндәр һәм бер йәштән ҙурыраҡ балалар өсөн анестезиология,  реанимация, интенсив терапия бүлексәләрендә ҡулланыла. Ул хирургия әмәлиәттәре барышында  ингаляция анестезияһы үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Күп функциялы аппарат ике монитор менән тәьмин ителгән.

Анестезия мониторы респираторҙар параметрҙарын комплекслы контролләү, мониторинг графигын, ҡан баҫымын  күҙәтеү өсөн ҡулланыла. Пациент мониторы анестезия барышы тураһында мәғлүмәт бирә.

– Яңы аппарат ифрат шәп! Ул организмдың күп параметрҙарын контролләргә ярҙам итә. Бындай ярҙам беҙҙең өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә, - тине дауахананың баш табибы Илгиз Шәнгәрәев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:
Читайте нас: