Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июнь 2022, 10:52

“Сәләмәтлек поезы” - Иглинда

Район ауылдарҙы халҡы был акцияға ҡарата фекерҙәрен белдерҙе. Ә һеҙҙең яҡта "Сәләмәтлек поезы" табиптары нисек ҡараны?

“Сәләмәтлек поезы” - Иглинда
“Сәләмәтлек поезы” - Иглинда

Иглин районында “Сәләмәтлек поезы” ике аҙна булып, Аҡбирҙе, Түбәнге Ләмәҙ, Оло Тәләк, Сыуаш-Ҡобау ауылдары халҡын ҡараны.

Билдәле булыуынса, акция “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы тормошҡа ашырыла һәм ҡан әйләнеше системаһы, онкология, шәкәр диабеты сирҙәрен иртә осорҙа асыҡлау маҡсатын ҡуя.

"Табиптарҙың күсмә бригадаһында төрлө профилдәге белгестәр эшләне, – ти Иглин үҙәк район дауаханаһының бүлек мөдире вазифаһын башҡарыусы Елена Нәбиева. – Көн һайын 200-ҙән ашыу пациентты ҡабул иттек. Мөмкинлектән айырыуса өлкәндәр файҙаланырға тырышты. Аҡбирҙелә иһә йәштәр тикшереүгә күберәк килде".

– “Сәләмәтлек поезы” айырым белгестәрҙә күренеү, кәңәшләшеү өсөн яҡшы булды. Район үҙәгенә йөрөүҙән ҡотолдоҡ, – ти Сыуаш-Ҡобауҙа йәшәгән Татьяна Николаевна. – Акцияла ҡатнашып, былтыр ҙа, быйыл да табиптарға күрендем. Хеҙмәтләндереү сифаты яҡшы булды, рәхмәт!

Ә 20 йәшлек Ирина әсәһе һәм өләсәһен килтергән. “Өсәүләп табиптарға күренергә килдек, йәш булһам да, ошондай уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк, тип уйланым”, – ти ул.

Иглин районында белгестәр 2 365 кешене ҡабул иткән, 280 пациент вакцина яһатҡан, 169-ы – маммография, 484-е флюорография үткән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем осраҡтарын (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлеме осраҡтарын кәметеү (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото: newsbash.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: