Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июнь 2022, 10:47

“Ауыл ипотекаһы”ның мөмкинлектәре киңәйә

Ауыл ерендә торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн льготалы ипотека кредиттары буйынса ставкаларҙы субсидиялауға өҫтәмә ете миллиард һум бүленә. 

“Ауыл ипотекаһы”ның мөмкинлектәре киңәйә
“Ауыл ипотекаһы”ның мөмкинлектәре киңәйә

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министр Михаил Мишустин ауыл ерендә торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн льготалы ипотека кредиттары буйынса ставкаларҙы субсидиялауға өҫтәмә ете миллиард һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Ошо сумманың яртыһы йылына өс процентҡа тиклем льготалы ставка буйынса 17 мең самаһы ғаиләгә яңы кредит бирергә мөмкинлек бирәсәк. Яңы займдарҙың дөйөм күләме 50 миллиард һум тәшкил итәсәк, ауылда 900 мең квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк. Аҡсаның ҡалған өлөшө һуңғы ике йылда бирелгән 97 мең кредитты субсидиялауға китәсәк.

“Ауыл ипотекаһы” программаһы 2020 йылдан “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда ул ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Уҙған йылда ғына банктар ошо программа буйынса дөйөм суммаһы 5,7 миллиард һумлыҡ өс мең самаһы кредит биргән.

Ярҙам “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектында ҡаралған. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған милли проект торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Төп йүнәлештәрҙең береһе – граждандарға түбән ставкалар буйынса ипотека биреү.

Фото: vnru.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: