Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Май 2022, 12:21

Үҙ торлағың булыуға бер ни етмәй...

Дүрт айҙа Башҡортостанда торлаҡты сафҡа индереү 10 процентҡа артҡан.

Үҙ торлағың булыуға бер ни етмәй...
Үҙ торлағың булыуға бер ни етмәй...

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ” төбәк проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә быйыл дүрт айҙа 1,04 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 110,8 процент тәшкил иткән.

Шулай итеп, Башҡортостан Волга буйы федераль округында торлаҡ төҙөү буйынса икенсе урынды биләүен дауам итә. Рәсәй төбәктәре араһында республика – етенсе урында.

 –  2022 йылдың ғинуар – апрель айҙарында төбәктә 2020-2021 йылдар менән сағыштырғанда торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күләме буйынса ыңғай үҫеш күҙәтелә: шәхси торлаҡ әүҙем төҙөлә, был күрһәткес һәр ай һайын яҡшыра, - тип белдергән республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Республикалағы дөйөм төҙөлөш күләменең 58,8 проценты шәхси төҙөлөшкә тура килә.

Фото: na-dache.pro

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-05-23/torla-y-bulyu-a-ber-ni-etm-y-2813679 

Автор:
Читайте нас: