Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Май 2022, 09:25

Китапхана күп функциялы майҙанға әйләнде

Бында ғаилә менән килеп ял итергә лә була...  

Китапхана күп функциялы майҙанға әйләнде
Китапхана күп функциялы майҙанға әйләнде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Культура”) Учалы районының Үҙәк район китапханаһы яңыртылды.

Унда яңы зоналар барлыҡҡа килде, бина киңәйеп, яҡтырып ҡалғандай булды. Иң мөһиме - китапхана виртуаль ысынбарлыҡ шлемы, проектор, график планшет, мульт-студия, интерактив глобус, телескоп, сенсор өҫтәле кеүек заман техникаһы менән йыһазландырылды.

Китапхана китап уҡыу урыны ғына түгел, ә күңелле һәм файҙалы ял өсөн күп функциялы майҙанға әйләнде. Бында конференц-зал, тинэйджерҙар залы, ял итеү мөйөшө, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым әҙәбиәт биләмәләре, компьютер залы, шулай уҡ ыҡсым ғына сәхнә лә хәстәрләнгән. Ә бәләкәй генә музейҙа егерменсе быуат башында нәшер ителгән китаптар һаҡлана.

Китапханаға ғаилә менән килергә була. Ата-әсәләр китап һайлағансы,  балалар уйын залында күңел асасаҡ. Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә учреждениела бөтә шарттар тыуҙырылған.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.

 

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:
Читайте нас: