Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2022, 18:44

Ҡорош йүнселе башҡорт аттарын үрсетә

Йылҡы малын Малик Әхәтов баймаҡтарҙан һатып алырға ниәтләй.

Ҡорош йүнселе башҡорт аттарын үрсетә
Ҡорош йүнселе башҡорт аттарын үрсетә

Мәғлүм булыуынса, “Агростартап” төбәк программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “МСП и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл “Агростартап” программаһы буйынса грантҡа шәхси эшҡыуар Малик Нәзир улы Әхәтов лайыҡ булған. Ул Ҡорош ауылында йәшәй.

Йүнсел Раздолье ауылында башҡорт аттарын үрсетеү буйынса йылҡысылыҡ фермаһы асыуға ғариза биргән. Әле эшҡыуар Раздольела 1338 квадрат метрлыҡ бинаны, Урғыш ауыл биләмәһендә 117 гектар ерҙе ҡуртымға алған. Уның һыйыр малы, ауыл хужалығы эштәре өсөн сапҡысы, йыйғыс пресы бар. Йылҡы малын Әхәтов Баймаҡ районындағы шәхси эшҡыуар Альфред Хөсәйеновтан һатып алырға ниәтләй.

“Аттарҙы бала саҡтан яратам. Йылҡы үрсетеү ниәте менән “Агростартап” программаһы буйынса грантҡа ғариза яҙғайным. Уны алыуға өлгәштем. Ошо көндәрҙә 30 баш башҡорт атын алырға килештем, уларҙы фермама алып килергә әҙерләнәм”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты йүнсел.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/258310

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/258310

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-05-16/orosh-y-nsele-bash-ort-attaryn-rset-2805378 

Автор:
Читайте нас: