Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Май 2022, 10:23

Бушлай һөнәр алғың киләме?

Уҡыу тамамланғандан һуң яңы белгеслек буйынса эш менән һеҙҙе мотлаҡ тәьмин итәсәктәр.  

Бушлай һөнәр алғың киләме?
Бушлай һөнәр алғың киләме?

“Демография” милли проектына (национальный проект "Демография") ярашлы, яңынан уҡытыу һәм һөнәри белем биреү федераль программаһында ҡатнашҡан 19 кеше шөғөлләнә башланы ла инде. Бөгөнгә бөтәһе 3 369 заявка алынған, 1 410-ы Мәшғүллек үҙәктәре тарафынан хупланған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда, баҙар ихтыяжынан сығып, 965 белем биреү программаһы эшләй.

Ниндәй генә йүнәлештәр юҡ! Ҡайһыларын аңлап та бөтөрлөк түгел, ресторан бизнесында start-up, таргетинг, көрсөккә ҡаршы идара, ESG-трансформация, контракт идарасыһы... Барыбыҙға таныш булған документтар менән эш, кадрҙар менеджменты һәм башҡа йүнәлештәр ҙә бар.

"Һөнәр биреү йүнәлештәренең тулы исемлеге менән “Работа в России” порталында заявка тултырғанда танышырға мөмкин", - ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.

Бушлай кем уҡый ала? 50 йәшлек һәм өлкән граждандар, пенсияға сығыу алдында торғандар, декрет ялындағы әсәләр, мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙҙәр һәм эштән бушатылыу алдында торған хеҙмәткәрҙәр. ”Работа в России” берҙәм һанлы платформаһында заявка биргәндән һуң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә профиль һайларға кәрәк. Был тәңгәлдә һеҙгә белгестәр ярҙамға киләсәк. Уҡыу тамамланғандан һуң яңы белгеслек буйынса эш менән мотлаҡ тәьмин итәсәктәр.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

“Демография” һәм “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекттарын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән һанлы технологияларҙы һәм платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу менән; хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ иҫкергән һәм етештереүсәнһеҙ эш урындарын алмаштырыу юлы менән.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: