Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2022, 17:06

Төп иғтибар – юлдарға!

Өфө ҡалаһының бер нисә урамында эштәр иртәнән кискә хәтлем тынмай  

Төп иғтибар – юлдарға!
Төп иғтибар – юлдарға!

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был тармаҡҡа айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, был тәңгәлдә Өфө ҡалаһының бер нисә урамында эштәр иртәнән кискә хәтлем тынмай. Баш ҡалабыҙҙың Ғабдулла Амантай, Завод, Кемеров, Коммунистик, Менделеев, Новороссийск, Суворов, Чернышевский, Затон шоссеһы урамдарындағы һәм Салауат Юлаев проспектындағы юлдарҙа ремонт алып барылыуы шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, Салауат Юлаев проспектына заманса асфальт түшәлгән дә инде.  

Ошо көндәрҙә юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Саҡмағош урамындағы юлдарҙы рәтләй башлаясаҡ. Бынан тыш улар Черкассы ауылындағы юлды тәртипкә килтерәсәк, Сәләм урамында һәм бүтән урамдарҙа ла юлдар яңыртыласаҡ.

Шул иғтибарға лайыҡ, Ибраһимов бульварында былтыр юлдарҙы яңынан һала башлағайнылар, эштәр быйыл тамамланасаҡ. Бер үк ваҡытта оҫталар тротуар һала, трамвай юлында уңайлыҡтар тыуҙыра, яҡтылыҡ биреүсе бағаналарҙы тәртипкә килтерә.

Фото: ru-travel.livejournal.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас: