Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Май 2022, 09:25

Үҙәк майҙанды төҙөкләндереүгә – айырым иғтибар

Күләмле үҙгәртеп ҡороу эштәре былтыр башланды  

Үҙәк майҙанды төҙөкләндереүгә – айырым иғтибар
Үҙәк майҙанды төҙөкләндереүгә – айырым иғтибар

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, Дәүләкән үҙәгендә төҙөкләндереү эштәре дауам итә. “Дәүләкән урамдары ваҡыт үтеү менән” проекты 2020 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип танылғайны.

Күләмле үҙгәртеп ҡороу эштәре былтыр башланды. Ҡыш үтеү менән йәнә эшкә тотондолар. Берҙәм киңлекте тәшкил иткән ҡала үҙәгендә төрлө төҫтәге брусчатканан тротуарҙар һалынған, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, сәскә, ҡыуаҡ, ағас ултыртылған.

Үҙәк майҙанды төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Проектҡа ярашлы, бында төрлө саралар үткәреү өсөн шарттар булдырыла. Ошо көндәрҙә яңы объекттар – ағастар өсөн күсмә контейнерҙар барлыҡҡа килде.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/253496

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/253496

 

Автор:
Читайте нас: