Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Май 2022, 10:25

Өфөлә Пугачев урамында төҙөлөш эштәре башлана

Был урамды реконструкциялау ике этапта башҡарыласаҡ һәм ул 2023 йылдың аҙағында тамамланасаҡ.  

Өфөлә Пугачев урамында төҙөлөш эштәре башлана
Өфөлә Пугачев урамында төҙөлөш эштәре башлана

2023 йылдың аҙағына Өфө халҡы яңырған Пугачев урамында йөрөй башлаясаҡ. Төҙөкләндереү эштәре Сочинский урамынан “ташлы кисеү” районына – Өфө йылғаһы аша күпергә тиклем ҡаралған. Был урамды реконструкциялау ике этапта башҡарыласаҡ: беренсе этап – Ағиҙел (Бельская) урамынан Сочинский урамына тиклем, икенсе этап – Ағиҙел урамынан Бородинская урамына тиклем.

Төҙөлөш эштәре тамамланғас, ҡала халҡы дүрт һыҙатлы, йәйәүлеләр юлы булған, яҡтыртылған юлда йөрөй аласаҡ. Бынан тыш, реконструкция сиктәрендә коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороу ҡаралған.

Ошо көндәрҙә икенсе этап буйынса төҙөлөш-монтаж эштәрен атҡарыуға подряд ойошмаһы – “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте менән муниципаль контракт төҙөлгән. Әле подрядсы ойошма әҙерләү һәм ойоштороу эшен алып бара – документтар тултырыла, юл билдәләре ҡуйыла.

Реконструкция  ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында Пугачев урамының Ағиҙел урамынан Бородинския урамына тиклемге арауығындағы хәрәкәтте тулыһынса ябып, юл эштәре атҡарыласаҡ. Юл хәрәкәте Ағиҙел урамынан (“Лента” гипермаркеты) Бородинская урамына тиклем ойоштороласаҡ, ул яҡтыртыласаҡ һәм туҡталыштар менән дә тәьмин ителәсәк. Был юл буйынса йәмәғәт транспорты маршруттары йөрөйәсәк.

Пугачев урамының Ағиҙел урамынан Сочинский урамына тиклемге арауығын (беренсе этабы буйынса) реконструкциялау буйынса муниципаль контракт майҙың беренсе яртыһында төҙөләсәк. Был участканы тулыһынса япмайынса төҙөлөш эштәре башҡарыласаҡ. Тәүҙә проект билдәһенә тиклем ергә һәм автомобиль транспорты йөрөү өсөн ҡырсынташ түшәләсәк. Унан һуң төп йөрөү юлы һүтеп алынасаҡ һәм реконструкция эштәре уҙасаҡ.

Пугачев урамын реконструкциялау Өфө ҡалаһының 450 йыллығына ҡарата эшләнгән объекттар исемлегенә индерелгән. Шулай уҡ ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын (национальный проект «Безопасные и качественные автомобильные дороги») ғәмәлгә ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: “Башкиравтодор” предприятиеһы сайтынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан   

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-05-03/f-l-pugachev-uramynda-t-l-sh-esht-re-bashlana-2792064  

Автор:
Читайте нас: