Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Май 2022, 10:25

Башҡортостан өсөн - 128 миллион һум

"Был аҡса ярҙамында иҡтисадты тотороҡландырырға, төбәк сәнәғәт сәйәсәтенә зыян килтергән факторҙарҙың тәьҫирен кәметергә, хеҙмәт коллективтарын һаҡлап ҡалырға мөмкин буласаҡ".  

Башҡортостан өсөн - 128 миллион һум
Башҡортостан өсөн - 128 миллион һум

Үткән йылда Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды республиканың сәнәғәт ҡеүәтен һөҙөмтәле файҙаланыуға булышлыҡ итеү буйынса эшен уңышлы дауам иткән һәм 36 инвестиция проектын хуплаған.

Был йәһәттән бар эштәр "Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектына (национальный проект "Повышение производительности труда и поддержка занятости") ярашлы тормошҡа ашырыла.

Быйыл сәнәғәт предприятиеларына ярҙамға өҫтәмә рәүештә тағы ла 4,3 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был аҡсаны һайлап алыу конкурсын үткән 77 төбәккә бүләсәктәр.

"Башҡортостан, алдынғы сәнәғәт төбәктәренең береһе булараҡ, 128 миллион һум аласаҡ, - тине Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин. - Был аҡса ярҙамында иҡтисадты тотороҡландырырға, төбәк сәнәғәт сәйәсәтенә зыян килтергән факторҙарҙың тәьҫирен кәметергә, хеҙмәт коллективтарын һаҡлап ҡалырға мөмкин буласаҡ", - тине Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Фото: Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы сайты.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: