Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Апрель 2022, 09:25

Башҡорт теле буйынса курстар үткәрелә

Уларҙа теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.   

Башҡорт теле буйынса курстар үткәрелә
Башҡорт теле буйынса курстар үткәрелә

“Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында халыҡ өсөн башҡорт теле буйынса курстар үткәрелә.

Курстар 2022 йылдың мартынан майына тиклем Ауырғазы, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрө, Дыуан, Нуриман райондарында ойошторолдо.  Дөйөм алғанда был курстарға 155 тыңлаусы йөрөнө. Бөгөнгө көндә әлеге башланғыс Федоровка һәм Шишмә райондарында дауам итә.

Курстарға учреждение, предприятие етәкселәре, муниципаль район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡорт телен, һөйләшеү телмәрен база кимәлендә өйрәнергә теләгән кешеләр йөрөй ала.

Курстарҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе үҫтереү кафедраһы доценттары Эльвира Рәхимова һәм Әхәт Ғәлимов алып бара.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы курстарҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн республиканың муниципаль райондары етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

Туған телдәрҙе өйрәнеү, ғөмүмән, ошо маҡсатта шарттар тыуҙырыу “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Белеүебеҙсә, был милли проект ил Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килде һәм уңышлы ғәмәлгә ашырылып килә.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: