Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Апрель 2022, 16:18

Илдә фән һәм технологияға иғтибар көсәйә

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022–2031 йылдарҙы Фән һәм технология ун йыллығы тип иғлан итте .   

Илдә фән һәм технологияға иғтибар көсәйә
Илдә фән һәм технологияға иғтибар көсәйә

Владимир Путиндың Указында “Йәмғиәт һәм илдең үҫешендәге бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә фән һәм технологияның ролен көсәйтеү маҡсатында, 2021 йылда Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технология йылын үткәреү барышындағы һөҙөмтәләрҙе иҫәпкә алып, 2022—2031 йылдарҙы Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технология ун йыллығы тип ҡарар ителә”, тиелә.  

Указға ярашлы, ун йыллыҡта түбәндәге төп мәсьәләләр  ҡараласаҡ:

- тикшеренеүҙәргә һәм асыштарға талантлы йәштәрҙе йәлеп итеү;

- “йәмғиәт һәм илде үҫтереүҙә мөһим маҡсаттарға ирешеү”гә йәлеп ителгән ғилми хеҙмәткәрҙәргә, тикшеренеүселәргә ярҙам күрһәтеү;

- Рәсәй халҡына технология өлкәһендәге асыштар тураһында мәғлүмәт еткереүҙе яҡшыртыу.

Координация комитеты составына Федерация Советының фән, белем биреү һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһынан сенатор Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова ла ингән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысында барлыҡҡа килгән “Фән” милли проекты Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла фән һәм ғилемгә ҙур иғтибар бүленеүгә көслө дәлил.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: nocrb.ru

Автор:
Читайте нас: