Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ғинуар , 10:15

Күрһәткестәр билдәләнгәндән юғарыраҡ

Экспорт продукцияһы структураһының иң ҙур өлөшөн (72,5 процентын) май ризыҡтары алып тора.

Күрһәткестәр билдәләнгәндән юғарыраҡ

Башҡортостандағы агросәнәғәт комплексының продукцияһын экспортлау былтырғы декабрь аҙағына 307,3 миллион доллар тәшкил итте. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Был күрһәткес 2021 йылға билдәләнгән маҡсат индикаторынан 140 миллион долларға юғарыраҡ.

Экспорт продукцияһы структураһының иң ҙур өлөшөн (72,5 процентын) май ризыҡтары алып тора – был аҙыҡтың сит ил баҙарына оҙатылған күләме 223 миллион доллар тәшкил итә. Экспорт структураһының ҡалған өлөшөндә – иген, ит, һөт һәм башҡа ауыл хужалығы продукциялары.

Бынан тыш, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, республикала ташыу һәм халыҡ-ара сертификация алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау ҙа ҡаралған.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Ильнара   Хакимова