Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Урманды йәштән һаҡларға кәрәк

Бөрө ҡалаһы уҡыусылары “Утты туҡтат” мәғлүмәт кампанияһында ҡатнашты.    

Урманды йәштән һаҡларға кәрәк
Урманды йәштән һаҡларға кәрәк

“Утты туҡтат” мәғлүмәт кампанияһы сиктәрендә Бөрө урман хужалығының бүлек начальнигы Зөлфиә Нурғәлиева, шулай уҡ федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүенең район-ара территориаль бүлеге белгес-эксперты Зөлфиә Кузнецова Бөрө ҡалаһының ике мәктәбе уҡыусылары өсөн урманда янғын хәүефһеҙлеге буйынса дәрестәр үткәрҙе. Аң-белем таратыу эшен “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы республиканың Урман хужалығы министрлығы ойошторҙо.

8-се мәктәптә әйҙәүсе белгес-эксперт икенсе һәм бишенсе класс уҡыусылары менән осрашты. Дәрес барышында балалар урманға виртуаль сәйәхәт итте, урман янғындары тураһында фәһемле йәнһүрәттәр ҡараны. Зөлфиә Кузнецова балаларға урман янғындарының хәүефлелеге һәм урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеге, шулай уҡ урман хужалығында эшләү һәм уның әһәмиәте тураһында һөйләне.

Бөрө урман хужалығы буйынса бүлек етәксеһе 9-сы мәктәптең 5 “В” класын ҡараны. Зөлфиә Нурғәлиева балаларға урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙө. Дәрестә шулай уҡ республиканың урман байлыҡтарын һаҡлау һәм арттырыу мәсьәләләре тикшерелде. Балалар тематик уйындарҙа һәм конкурстарҙа ихлас ҡатнашты.

– Тәбиғәткә һөйөү һәм уға һаҡсыл ҡараш йәштән үк барлыҡҡа килгәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Беҙҙең бурыс – үҫеп килгән быуында был һөйөү һәм һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, – тип билдәләне Бөрө урман хужалығы буйынса бүлек начальнигы Зөлфиә Нурғәлиева.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: