Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
10 Ғинуар 2023, 09:46

Яңы ҡорамал ҡайтты

Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, уны алдан киҫәтеү яҡшыраҡ тиҙәр.

Яңы ҡорамал ҡайтты
Яңы ҡорамал ҡайтты

Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, уны алдан киҫәтеү яҡшыраҡ тиҙәр. Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһында бының өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килде – эзофагогастродуоденоскопия (ЭГДС)үткәреү өсөн аппарат ҡайтты. Был заманса һәм юғары аныҡлы ҡорамалды “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алыу мөмкин булды.     

Эзофагогастродуоденоскопия – ул аш юлының, ашҡаҙандың һәм эсәктең эске өлөшөн һәм лайлалы тиресәһен ҡарарға мөмкин булған эндоскопик тикшереү. Тикшереүҙе квалификациялы табип-эндоскопист Әлфиә Әхмәҙуллина үткәрәсәк. Был аппарат ярҙамында диагностика сифаты ғына яҡшырып ҡалмай, пациенттар өсөн уны үтеү күпкә еңелерәк буласаҡ, ти Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһы белгестәре  һәм улар матди-техник базаны яҡшыртыу һәм халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлен күтәрергә ярҙам иткән проектҡа оло рәхмәт белдерә.

https://vk.com/karmadm?w=wall-173018413_16172 

Автор:
Читайте нас: