

Буш ваҡыттарында “Мәләш”тәр күмәкләшеп башҡорт телендә сыҡҡан район гәзите “Даирә”не уҡырға ярата. Улар яҡташтарының уңыштары, районыбыҙҙың яңылыҡтары, күркәм ғаиләләре менән танышып ҡына ҡалмайҙар, үҙҙәре лә редакция менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр.
- Гәзит бар район тормошон яҡтырта, беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ, ауылдаштарыбыҙ тураһында гелән яҙып тора. Шуға күрә декада мәлен файҙаланып, арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға ашыҡтыҡ, - ти ансамбль етәксеһе Айгөл Хәмитова.
Гәзиттән айырылмағандары, һәр саҡ тоғро ҡалғандары һәм коллектив менән яҙылғандары өсөн “Мәләш”тәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙән дә ошондай матур хәбәрҙәр һәм фотолар көтөп ҡалабыҙ!
“Даирә”ләр.