Даирә
+20 °С
Облачно
Матбуғат
13 Июня 2024, 11:49

Осһоҙ хаҡҡа яҙыл һәм бүләк от!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 10 июндә матбуғатҡа яҙылыу ун көн­лөгө башланды.

Осһоҙ хаҡҡа яҙыл һәм бүләк от!Осһоҙ хаҡҡа яҙыл һәм бүләк от!
Осһоҙ хаҡҡа яҙыл һәм бүләк от!

Осһоҙ хаҡҡа яҙыл һәм бүләк от!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 10 июндә матбуғатҡа яҙылыу ун көн­лөгө башланды. Ул 20 июнгә тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт ара­уығында һеҙ үҙегеҙҙең почта бүлексәһендә 978 һум да 48 тингә генә 2024 йылдың 2-се яртыһына “Даирә”гә яҙыла алаһығыҙ.

Декада тураһында күрше-күләнегеҙгә, туған-тыумасағыҙға ла әй­тергә онотмағыҙ. Белмәй ҡалмаһындар.

Ятып ҡалғансы – атып ҡал тигәндәй, гәзиткә яҙылғас та, квитанци­яларығыҙҙың күсермәһен беҙгә ебәрегеҙ (ватсап: 8-937-495-73-27) һәм “Аҙна һайын бүләк” акцияһында ҡатнашығыҙ.

Ә был аҙна бүләктәрен отоусыларҙы – Абдулла ауылынан М.Мөхәмәтҡолованы (парник), Бишауыл-Уңғарҙан М.Сәйетгәрәеваны (кашпо), Һәүәләйҙән А.Байморатовты (ҡаҙан) тиҙ арала редакциябыҙҙа көтөп ҡалабыҙ.

Бүләктәребеҙ бының менән генә бөтмәне. Кем белә, бәлки, сират­тағы бәхетле тап һеҙҙер?! Шуға күрә арзан хаҡҡа “Даирә”гә яҙыла һа­лып, квитанциялар күсермәһен беҙгә юлларға ашығығыҙ!

“Даирә”ләр

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас