Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Октябрь 2022, 10:13

Бүләккә – башҡортса календарь

Хөрмәтле дуҫтар!“Даирә” гәзитенә 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына почта бүлексәләрендә, хат ташыусылар аша һәм редакцияның үҙендә лә яҙылырға мөмкин. Әгәр ҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында күршеләрегеҙ, туғандарығыҙ гәзиткә ваҡытында яҙыла алмаған икән, улар бөгөндән почтальонға мөрәжәғәт итһен. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә яйлап ултырып, район гәзитендәге яңылыҡтарҙы барлап сығыу, хикәйәләрен тәмләп уҡыуға ни етә!

Бүләккә – башҡортса календарь
Бүләккә – башҡортса календарь

Гәзиттең уҙған һанында квитанция күсермәләрен ебәргән иң тәүге биш кешегә башҡортса йыртма календарь вәғәҙә иткән инек. Еңеүселәрҙе ҡыуандырырға ашығабыҙ. Бына улар – Иҫке Муса ауылынан Регина Ураҙғолова, Миңлегөл Ғәлиәхмәтова, Түбәнге Төкөндән Рәмилә Намаҙғолова, Иҫке Йәнбәктән Динира Назарова, Абдулланан М. Мөхәмәтҡолова. Һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ, бүләктәрҙе редакциянан килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ.

"Даирә"ләр.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: