Даирә
+9 °С
Ясно
Матбуғат
14 Июля 2022, 06:57

Тоғро дуҫыбыҙ

Алайғыр ауылында йәшәүсе Филиә Нәзирова – “Даирә” гәзитенең тоғро дуҫы. Ул оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан яратҡан баҫмаһына бер ваҡытта ла яҙылмай ҡалмай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тоғро дуҫыбыҙТоғро дуҫыбыҙ
Тоғро дуҫыбыҙ

Филиә Килмөхәмәт ҡыҙы мәктәпте тамамлау менән колхоз эшенә егелә. Фермала һарыҡтар, быҙауҙар ҡарай, баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерә, комбайнда эшләй.
Риф Ҡунаҡбай улы менән тормош ҡороп, биш балаға ғү­мер һәм матур тәрбиә бирә­ләр. Эштән арып ҡайтҡанда ла, өйөндә төрлө тауыҡ сүп­ләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр булһа ла, бер ваҡытта ла гә­зитте ҡулына алмай ҡалмаған.
Ғүмере буйы гәзит алдырған Филиә әбейгә хеҙмәт кешеләре тураһында яҙылған мәҡәләләр бик оҡшай. “Йәштәр гәзит алдырһын, уҡыһын, ул бөтмәһен”, - тип изге теләктәрен белдерҙе хеҙмәт уҙаманы.
Фәниә Батыршина.

Автор:
Читайте нас