14 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә Матбуғат йорто алдындағы майҙанда Матбуғатҡа яҙылыусы көнө ойошторола. Республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында төрлө бүләктәр – тау велосипеды, мультибешергес, сымһыҙ ҡолаҡсындар, тышҡы аккумуляторҙар (power bank) уйнатыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан.
6-16 июндә Ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы уҙғарыла. Яратҡан баҫмаларға 10% ташлама менән яҙылырға мөмкин. Беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә лә өҫтәмә ташлама бар.
«Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Ауаз» фольклор ансамбле, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Фәдис Ғәниев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Любовь Богатырева, виртуоз баянсы-гармунсы Салауат Әҡсәнов, Лилиә Ишемйәрова, Илнур Лоҡманов, «Тамыр» балалар йыр ансамбле, Филүс Беркет һәм башҡалар үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырмаҡсы. Байрам ҡунаҡтары – республиканың күренекле шәхестәре. Йәрминкәлә «Китап» нәшриәтенең китап продукцияһын, халыҡ кәсептәре әйберҙәрен һатып алырға мөмкин.