Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Февраль 2022, 11:17

Гәзиткә яҙылырға онотҡанмын...

Һуңғы ваҡытта ваҡытлы матбуғатҡа ҡа­ғылышлы төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә. Йә­нәһе, интернет селтәрендә хәҙер барлыҡ мәғ­лүмәттәр бар, шуға күрә гәзит-журналдар ал­ды­рыуҙың әллә ни кәрәге юҡ.

Гәзиткә яҙылырға онотҡанмын...
Гәзиткә яҙылырға онотҡанмын...

Ысынлап та, ин­­тернет селтә­рендә мәғлүмәттең ниндәйе генә юҡ! Унда инеп китһәң, тиҙ генә сығырлыҡ түгел. Әле бер мәғ­лүмәт үҙенә ылыҡтыра, әле икенсеһе. Әммә интернеттың ыңғай яҡтары күп булһа ла, уның һис тә гәзит-журналдарҙы алыштыра алмауына яңыраҡ үҙ миҫалымда инандым.
Эш шунда: яңы йыл алдынан мәшәҡәттәр күп булыу сә­бәпле, үҙемдең яратҡан гә­­зит-журналдарыма яҙылырға онотҡанмын. Бер ай буйына поч­та йәшнигенән “Даирә”не һәм башҡа баҫ­маларҙы индереп, тәмләп уларҙы уҡыуҙан мәхрүм булдым!
Эйе, мин яңылыҡтарҙы интернеттан да инеп уҡый ала инем. Әммә гәзит-жур­нал­дар­ҙа­­ғы мәҡәләләр бит улар “йы­лылығы” менән айы­рылып то­­­ра­лар. Уларҙы уҡығандан һуң, төр­лө темаларға яҡын ду­ҫың менән аралашҡан, сер­ләш­кән кеүек булаһың. Унда һәр мәғлүмәт уйлап, күңел аша үткәрелеп яҙыла бит. Ә интернет селтәрендә ҡайһы мәғ­лү­мәт дөрөҫ булыуын, ә ҡай­­һы­һына ышанырға түгел икәнен дә белмәйһең. Шуға яҡ­шылыҡҡа, яҡтылыҡҡа өн­дәгән, телебеҙ, рухыбыҙ һа­ғын­да торған баҫ­ма­ларҙы һағынып көтөп алам да, йотлоғоп уҡы­йым.
Шулай итеп, ғинуар айына мин гәзит-жур­нал­дарһыҙ ул­тырҙым һәм февраль етеүен тү­ҙем­һеҙлек менән көтөп ал­дым. Ниһайәт, аҙна һа­йын гә­зит-журналдар “тып”итеп өйө­мә ки­леп тора. Тик, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, гәзит-жур­налдарҙың тиражы түбәнәйеүе күҙәтелә. Шуға ла уларҙың ки­ләсәген күҙаллағанда, күңелгә шөб­һә оялай. Ваҡытлы мат­бу­ғат­тың ябылыуын күҙ алдына ла килтерге килмәй. Шуға, хөр­мәтле милләттәштәр, әйҙәгеҙ әле бы­ға ирек ҡуй­ма­йыҡ. Гәзит-жур­налдарға яҙылыу ваҡытында бер-ике килограмм колбаса алмаһаҡ алмай то­райыҡ, әммә рух сығанағы булған баҫма­ларҙы алдырайыҡ, уҡыйыҡ, берҙәм булайыҡ!
Гөлназ НАСИРОВА.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Автор:
Читайте нас: